Ул ауыр сирҙән һуң 27 мартта вафат булғайны. Муниципалитет башлығы менән хушлашыр өсөн уның туғандары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре килде.
Хушлашыу сараһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Уның белдереүенсә, Ришат Марат улы был вазифала ике йыл эшләне. Ул бик әүҙем, инициативалы, изге күңелле, деликат һәм ыңғай кеше булды, тине Башҡортостан башлығы.