Буласаҡ урмандарҙы хәстәрләп...

Your browser doesn't support HTML5 video.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡар аҫтында ҡалған үҫентеләрҙең һауа циркуляцияһын боҙмаҫ өсөн бәләкәй уйымдар яһай. Белгестәр фекеренсә, ҡар ҡатламы аҫтында буласаҡ урман оптималь температура режимында булырға тейеш. Юғиһә, үҫентеләр һәләк булыуы ихтимал. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Юлһыҙ һәм ҡалын ҡарлы яланда урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҫентеләрҙе тәрбиәләй. Был биләмәлә ҡарағай һәм шыршы ағастары үҫә. Уларҙың күбеһе ике-өс йыл элек сәселгән. Марттың епшек көндәренән һуң ҡар боҙ булып ҡата. Үҫентеләргә кислород етмәй башлай. Шуға күрә улар тын алһын өсөн ҡар өҫтөнән уйымдар эшләнә.  .

Йәш ҡайындарға боҙ ҡатламы хәүеф килтермәй, улар өсөн икенсе процедура үткәрелә. Майҙанда ҡар тиҙерәк иреһен өсөн көл һибелде. Белгестәр әйтеүенсә, үҫентеләрҙә бөрөләр асылмаҫ борон, уларҙы ҡаҙып алыу һәм һаҡлауға ебәреү шарт

Стәрлетамаҡ урман хужалығы республиканың 6 районында үҙ питомниктарын үҫтерә. Уларҙа 400 меңдән ашыу ылыҫлы һәм 50 меңгә яҡын ҡайын үҫентеләре сәселгән. Бынан тыш, урмандарҙы тергеҙеү өсөн, башҡа төрлө ағас культуралары үҫтерелә. Быйыл питомниктарҙың 125 гектар майҙанында яңы орлоҡтар сәсеү күҙаллана. 

Йәш ағастар дәүләт заказын үтәү һәм урмандарҙы тергеҙеү өсөн генә үҫтерелмәй. Былтыр «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә 20 меңдән ашыу ылыҫлы һәм япраҡлы үҫенте ҡала-райондарҙы йәшелләндереү маҡсатында бүленә.

Әлфинә Килдейәрова