Йәмәғәтселек Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихинды һуңғы юлға оҙатты. Хушлашыу сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла ҡатнашты. «Ришат Марат улы беҙҙең командала ике йыл эшләне. Ул бик әүҙем, позитив, тырыш егет булды. Шуға ла халыҡ уға район етәксеһе вазифаһын ышанып тапшырҙы. Уның пландары күп ине. Уларҙың береһе – Асҡында полилингваль гимназия төҙөү. Был ниәтте тормошҡа ашырырбыҙ. Белем усағы уның яҡты иҫтәлегенә арналасаҡ, тине телмәрендә Радий Хәбиров.
Ришат Марат улы тыуған ауылы – Урмияҙҙа ер ҡуйынына тапшырылды.
Ришат Дихин тәүге һөнәре буйынса журналист. Хеҙмәт юлын 2007 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, иртәнге «Сәләм» тапшырыуында башлай. Артабан Башҡортостан яҙыусылар берлегендә эшләй. Беҙҙең архивта һаҡланған был интервью тап шул осорға тура килә.
«Башҡортостан» гәзите мөхәррире урынбаҫары, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ҡайҙа ғына булмаһын үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп, намыҫ менән башҡарҙы. Ришат Дихин Башҡортостан башлығының район етәкселәрен йәшәртеү сәйәсәтенең тәүге ҡарлуғасы. 2019 йылдан ул тыуған төйәге Асҡынға хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнде. Ришат Дихинды кешеләр алҡышлап ҡаршыланы. Ул ошо ергә ереккән, төбәкте яҡшы белә, проблемаларҙы аңлай.
Ул ҙур пландар ҡороп йәшәне. Асҡынды төньяҡ-көнбайыштың баш ҡалаһы итергә хыялланды.
Ришат Дихин тыуған ере Асҡында полилингваль гимназия асыу теләге менән янып йәшәне. Был ниәтте тормошҡа ашырырбыҙ, белем усағы уның яҡты иҫтәлегенә арналасаҡ, тине Башҡортостан башлығы Ришат Дихин менән хушлашыу телмәрендә.
Ул һәр ваҡыт тыуған еренең киләсәге өсөн яна. Мәктәптә өлгөлө уҡыусы булды. Тыуған теле, ғәзиз халҡы тураһында ялҡынлы шиғырҙар авторы булараҡ танылыу алды. Асылына ҡайтһын Асҡын ере һәм алдынғы булһын! Был Ришат Марат улының төп маҡсаты ине.
Ришат Дихин тыуған ауылы Урмияҙҙа ер ҡуйынына тапшырылды. Уның ҡыҫҡа, әммә сағыу тормош юлы тыуған ергә тоғролоҡ өлгөһө булып ҡала.
Рафиҡ Әхмәтшин