Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, бәхетһеҙ осраҡта бер кеше үлгән. Ул рәсми эшләгән һәм ғаиләһенә 1 миллион һум страховка бирелә, шулай уҡ балаларына ай һайын пособие түләнә. Статистиканан күренеүенсә, республикала йыл һайын эш урынында ҡаты йәрәхәтләнеү осраҡтары кәмей. Былтыр 119 ваҡиға теркәлһә, 2019 йылда дүртәүгә күберәк булған.