Өфөлә тау саңғыһы комплексын үҙгәртеп ҡороу проекты ҡабул ителмәне

Баш ҡала хакимиәте “Олимпик парк” биләмәһен төҙөкләндереүҙе ентекләберәк әҙерләргә ҡушты. Тау саңғыһы комплексы ҡала халҡына күңел асыу урыны ғына түгел. Бында сноуборд федерацияһы урынлашҡан. Биләмәлә ярыштар даими үткәрелеп килә. Шуға ул мөһим спорт объекты ла иҫәпләнә.