Бала үҙ йәшенә тәғәйен уйынсыҡ менән уйнарға тейеш

Стәрлетамаҡ 1-се клиник дауаханаһында 3 йәшлек пациенттың ашҡаҙанына операция яһағандар. Ул магнит конструкторҙың 44 детален йотҡан. Дауалау учреждениеһы хирургы Азат Казбеков әйтеүенсә, рентген үткәс тә операция эшләү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Белгестәр әйтеүенсә, магнит шаригы йотоу буйынса был осраҡ тәүгеһе түгел. Яҡынса бер ай элек тағы бер пациенттың ашҡаҙанынан 22 элемент сығарылған. Стәрлетамаҡ медицина биләмәһе буйынса баш белгес Борис Шәрипов ата-әсәләргә балалар уйынсыҡтарына етди иғтибар бүлергә саҡыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт