Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм уның эргәһендәге Республика ата-әсәләр комиссияһы бөгөн Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә башҡорт ата-әсәләре менән онлайн форматта осрашыу үткәрә. Был сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына Граждандар йәмғиәтен үҫтереү Фонды ярҙамы менән үткәрелгән “Туған тел –изге аманат” проекты сиктәрендә ойошторола. Йыйылышта был өлкәләрҙә башҡорт телен уҡытыу торошо, артабан да үҫтереү мөмкинлектәре, ата-әсәләрҙең хоҡуҡтары тураһында һөйләшеү була. Сара киске етелә башлана.