Урындағы поликлиникала халыҡ көн һайын ҡабул ителә. Алдан яҙылмай мөрәжәғәт итеүселәр ҙә иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Шулай уҡ район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа мобиль пункттар эшләй. Аҡ халатлылар билдәләүенсә, прививка яһатыусылар араһында оло быуын вәкилдәренең күп булыуы күҙәтелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, вакцинацияны 18 йәштән өлкәнерәк граждандар үтә ала.
Дауахана ГАМ-КОВИД-ВАК препараты менән өҙлөкһөҙ рәүештә тәьмин ителә. Урындағы етәкселек алдағы көндәрҙә көсөргәнешле эш режимы башлана тип билдәләй. Сөнки коронавирусты тулыһынса еңеү өсөн прививка яһатыу кампанияһының күрһәткестәре лә яҡшы булырға тейеш.
Гөлназ Хәйбуллина