Йыл башынан Башҡортостандың тимер юлы үткәүелдәрендә биш авария теркәлгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда уларҙың һаны ике тапҡырға артҡан.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының тимер юлсылары фажиғәләрҙе иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүлә. Улар үткәүел аша үткән водителдәргә иҫкәртеүсе листовкалар тарата, юл билдәләре һәм семафорҙың ҡыҙыл утына, яҡынлашып килгән поезға иғтибарлы булырға саҡыра.
Транспорт прокуратураһы ла тимер юлдарындағы закондарҙың үтәлешен һәм водителдәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сараларын даими тикшереп тора. Әйткәндәй, яҡын көндәрҙә «Өфө-Күмертау» тимер юлының тағы ла көсөргәнешлерәк булыуы көтөлә.
Илдар Байбулатов