Синоптиктар республика йылғалары боҙҙан апрелдең тәүге яртыһында әрселер тип күҙаллай. Быға бәйле боҙ өҫтөнән йөрөү тыйыла. Бөгөн Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы профилактик рейдҡа сыҡты. Һанаулы сәғәт эсендә тиҫтәләрсә кешегә иҫкәртмә ҡағыҙҙары тапшырылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған. Профилактик сара урыны итеп баш ҡаланың Инорс биҫтәһе осраҡлы һайланмаған. Өфө йылғаһы аша халыҡ күп үтә. Оло йәштәгеләр генә түгел, хатта балалар ҙа. Фәүриә Фәтих ҡыҙы баҡсанан ҡалаға юлланған Боҙ өҫтөнән йөрөү миҙгелен ул бөгөндән ябырға теләй.
Ғөмүмән, боҙҙоң ике хәүефле осоро билдәләнә. Ул көҙгө йоҡа боҙ, икенсеһе яҙғыһы. Һуңғыһы үтә лә хәүефле. Сөнки, кеше боҙҙоң ярылғанын аңламай, төшөп китеү ихтималлығы юғары. Әле республика төбәктәрендә иҫкәртеү саралары көсәйелгән режимда эшләй. Шул уҡ балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар араһында ла аңлатыу эштәре алып барыла.
Һуңғы бәхетһеҙ осраҡ та тап ошо урында теүәл ике йыл теркәлә. Әле баш ҡаланың Өфө йылғаһында һыу кимәле күтәрелеүе күҙәтелә. Боҙ өҫтөндәге хәүеф тағы ла көсәйә.
Азат Ғәлиуллин