Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк комитетында депутат булырға теләүсе ун кеше кандидатураһы ҡаралды. Уларҙың алтауһы теркәлде, дүртәәүһе кире ҡағылды.
Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға ниәт белдереүселәр араһында табиптар, педагогтар, шәхси эшҡыуарҙар, эшһеҙҙәр һәм депутаттар бар. Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа 21 йәше тулған, хөкөм ителмәгән, сит илдәрҙә иҫәбе һәм башҡа партияларҙа тормаған һәр кем дәғүә итә ала.
Ғариза биш көн дауамында ҡарала. Тейешле документтар тапшырыу мотлаҡ, әгәр ҙә уларҙың береһе генә тулмаһа, хатта сифатһыҙ ксерокопия өсөн дә ғаризаның кире ҡағылыуы ихтимал. Кандидатлыҡҡа дәғүә иткән 27 кешенең унауһы тап шундай сәбәптән теркәлергә рөхсәт алмаған.
Рәмилә Исмәғилева