Яңауыл районында президент гранты ярҙамы менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын нығытыуға йүнәлтелгән социаль проект ғәмәлгә ашырыла башланы. «Тормош йәме» тип исемләнгән ойошмала өлкән йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән гүзәл заттар менән күп яҡлы эш алып барыла.
Әүҙем, сәләмәт тормошто яҡын күргән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн табиптар, психологтар менән әңгәмәләр ойошторола. Спорт дәрестәрендә сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн гимнастика үткәрелә. Социаль проект бер йыл дауам итәсәк тип көтөлә.
Флорида Ким