Республика мәктәптәрендә берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек дауам итә

Мәғариф саралары сиктәрендә Өфөнөң 94-се лицейында ата-әсәләр өсөн имтихан көнө ойошторолдо. Өлкән синыфта уҡыусы үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре берҙәм имтихан процедураһы үтәлеше менән яҡындан танышып, педагогтар менән аралашты.

Был сара экзамен тапшырыусы балаларға рухи көс өҫтәп һынауҙарҙан ҡурҡмаҫҡа этәргес буласаҡ тип көтөлә.

Флорида Ким