Бүрәттәр Иглин районының Оло Тәләк ауылында ат аҫыраусы Хәсән Иҙиәтуллиндан башҡорт тоҡомло ат һатып алырға ниәтләй. Фермерҙың хужалығында булып улар йылҡы малдарын ҡараны.
Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршы алыу борондан килгән йола. Алыҫ-араларҙы яҡынайтып килеп еткән бүрәттәр ҙә, урындағылар ҙа милли кейемдә. Тормош маҡсаттары бер булғас, яҙмыш осраштыра. Бүрәт республикаһында йәшәүсе ат аҫыраусылар Хәсән Иҙиәтуллин тураһында социаль селтәрҙән күреп белгән. Башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеүен белгәс, Башҡортостанға ике уйлап тормай килеп еткәндәр.
Бүрәт Республикаһында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр башҡорт тоҡомло аттар менән ҡыҙыҡһына. Фермерҙан бер-нисә тиҫтә ат һатып алып улар үҙҙәрендә үрсетмәксе.
Хәсән Иҙиәтуллин йылҡысылыҡта утыҙ йылдан ашыу. Тоҡомсолоҡ заводында күп йылдар алып барған эш һөҙөмтәһендә хужалыҡта башҡорт тоҡомло аттар һаны мең башҡа тиклем еткерелгән.
Хәсән Иҙиәтуллин быға тиклем аттары ярҙамында ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март менән үҙенсәлекле итеп ҡотлағайны. Фермер был юлы «Бүрәттәр» тип яҙҙы.
Рәмилә Исмәғилева