Башҡортостанда инвесторҙарға проект менеджерҙары ярҙам итә

 Белгестәр Үҫеш корпорацияһында эшләй. Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә шул турала хәбәр итте. “Быға тиклем инвесторға ер һайлау, аҙаҡ унда проектын тормошҡа ашырыу өсөн рөхсәт алыуға әллә күпме бюрократик кәртәләр аша үтергә тура килә ине. Ул үҙе районға барып чиновниктар менән килешергә, төрлө һорауҙар бирергә, аҙналар буйы яуап көтөргә тейеш ине. Хәҙер был мәсьәләне хәл итеүҙә проект менеджерҙары ярҙам итә”, - тип яҙа Андрей Назаров. Инвестор Башҡортостан Үҫеш корпорацияһына мөрәжәғәт итә һәм белгестәр кәрәкле урынға бәйле бөтә мәғлүмәтте бирә.