Өфөлә санитар таҙартыу айлығы үтә

Коммуналь хеҙмәттәр тротуарҙар һәм йәмәғәт транспорты туҡталыштары павильондарын йыуа. Бында биошампунь ҡулланыла. Йыйыу эше ҡар иреп бөткәс ҡала урамдарында туҙан булдырмаҫҡа булышлыҡ итергә тейеш. Өфөлә дөйөм ҡала өмәләре 10 һәм 24 апрелгә тәғәйенләнгән.