Быйыл июлдә Өфөлә WorldSkills Russia конкурсы финалы үтә. Республика Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, егеттәр һәм ҡыҙҙар 105 йүнәлеш буйынса көс һынаша. Инженерия, туризм, электроника, дизайн, таш эшкәртеү, сәс ҡырҡыу оҫталығы кеүек ярыштар була. WorldSkills Russia конкурсы өсөн Өфөлә Йәш һөнәрмәндәр паркы төҙөлә.