Турнир бөгөн Ханты-Мансийск ҡалаһында башлана. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар спринтта көс һынаша. Республика йыйылма командаһы составында Эдуард Латыпов, Антон Бабиков, Александр Бабчин, Екатерина Муралеева, Карина Бахтина сығыш яһай. Ир-егеттәр араһында уҙыш ошо минуттарҙа башланып тора.