Башҡортостанда 18 ғинуарҙа Хеҙмәт ветераны көнө билдәләнә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары шундай закон проекты ҡабул итте. Дата осраҡлы һайланмаған. 1974 йылдың 18 ғинуарында “Хеҙмәт ветераны” тигән миҙал булдырыла. Яңы иҫтәлекле көнгә бәйле закон Башҡортостан Башлығына ебәрелгән. Ул имза ҡуйғас, ҡанун ун көндән көсөнә инә.