Республика делегацияһын Иҡтисадты үҫтереү һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкләне. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәктең социаль-иҡтисади яҡтан үҫеш юлдарын өйрәнде. Республикалағы инвестиция, сәнәғәт, ҡулланыусылар баҙарын киңәйтеүгә бәйле һорауҙар ҡаралды. Рөстәм Моратов билдәләүенсә, был мәсьәләләрҙе төплө өйрәнеү өсөн статистика хеҙмәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү мөһим. Бындай бәйләнеш тотоу республикалағы төрлө йүнәлештәрҙең өҫтөнлөктәрен һәм етешһеҙлектәрен асыҡларға ярҙам итә.