Башҡортостанда үлемесле янғын теркәлде

Ғафури районы Баҡраҡ ауылында торлаҡ йортта ут сыҡҡан. Ул һүндерелгәндән һуң өйҙә 1959 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Әле урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Быйыл республикала 1 мең ярым самаһы янғын теркәлгән. 78 кешенең, шул иҫәптән 3 баланың ғүмере өҙөлгән. 61 кеше йәрәхәтләнгән. Ҡотҡарыусылар яҙғы каникулдар осоронда өйҙә балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа, электр йыһаздарының төҙөклөгөн даими тикшереп торорға кәңәш итә.