Бөгөндән Өфөлә тоталь диктант яҙыуға теркәлеү башланды

Быйыл сара 10 апрелдә була. Теләүселәр рус һәм инглиз телдәрендә белемен һынап ҡарай ала. Диктант яҙыу майҙансыҡтары менән totaldict.ru сайтында танышырға, шунда уҡ ҡатнашыуға ғариза ҡалдырырға мөмкин.