Республикала йәшәүселәр күберәк коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артыуға зарлана. Башҡортостан Башлығы хакимиәте янындағы социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ етәксеһе Елена Прочаковская Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошондай һандар атаны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иһә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡағылышлы проблемаларҙың, ялыуҙарҙың күп булыуы хаҡында белдерҙе. “Стәрлетамаҡ ҡалаһында капиталь ремонт тураһындағы мажараларҙы уҡыйым”, - тине республика етәксеһе. Былтыр ҡалала 30-ға яҡын күп фатирлы йорттоң түбәһе төҙөкләндерелгән. Эштәрҙе “Стройресурс” ойошмаһы алып барған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров был өлкәлә тәртип урынлаштырырға ҡушты. Башҡортостан башлығы хакимиәте Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт менән берлектә тикшереү үткәрергә тейеш. Йорттарҙа йәшәүселәрҙең төҙөкләндереү барышын контролдә тотоуы мөһим, тине республика етәксеһе. Башҡортостанда йыл һайын капиталь ремонт өсөн 3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.