Өс йәштән алып ете йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәрҙә үҙгәрештәр

Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында ойошторолған кәңәшмәлә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары белдерҙе. Төп шарт балалар Рәсәй граждандары булырға тейеш.

Башҡортостанда был льгота менән 3 йәштән алып 7 йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҡуллана ала. Мохтажлыҡ кимәле йән башына тура килгән йәшәү минимумынан сығып иҫәпләнә. Башҡортостан өсөн 2020 йылда айлыҡ түләүҙәр күләме 4 894 һум булһа, 2021 йылдан 5 038 һум тәшкил итә.

2021 йылдан башлап түләүҙәр алыу өсөн балаға өс йәш тулған ата-әсәләр, ярты йылдан да ҡалмай күп функциялы үҙәккә йәки республика халыҡты социаль яҡлау бүлеге филиалдарына ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Социаль түләүҙәрҙе тәғәйенләгәндә мөлкәт булыуы ла иҫәпкә алына, икешәр фатир һәм автомобилдәре булған, ҡулланыштағы транспорт ҡеүәте 250 ат көсөнән артҡан ғаиләләрҙең түләү алыуға хоҡуғы булмаясаҡ.

Баланың йәшәү минимумынан сығып ҡына  ғаиләгә түләүҙәр күләме 75 йәки 100 процент тәшкил итеүе ихтимал. Иң юғары күләмдәге 10 077 һумлыҡ түләүҙе билдәләгәндә лә ғаиләнең матди хәле иҫәпкә алынасаҡ.

Ольга Кабанова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары

Гүзәл Борханова