Кампания 15 июлгә тиклем дауам итәсәк.
Был туралағы Указға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, 18 йәштән 27 йәшкәсә егеттәр әрмегә саҡырыу ала. Ил субъекттары араһында Башҡортостан хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһын иң уңышлы ойошторған төбәк.
Республика ошондай исемгә дәғүә итә һәм федераль конкурста ҡатанаша. Был аҙнала республикала Үҙәк конкурс комиссияһы эшләй. Бөгөн федераль ведомстволар вәкилдәре Октябрьский ҡалаһында булды. Улар хәрби -патриотик йүнәлештә эшләгән клубтар, мәктәптәрҙә булды, парашют спорты менән шөғөлләнеүселәр менән аралашты.
Артабан спортсылар ҡалала эшләп килгән ДОСААФ клубы самолетынан парашют менән һикерҙе. Улар оҫта һикереү менән бергә зәңгәр һауала Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын асты.
Федераль комиссия менән делегаттар «Еңеү» паркындағы хәрби техника музейын ҡараны һәм һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Рәмилә Исмәғилева