Ташҡынға әҙерлек ниндәй кимәлдә?

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейд ойошторҙо. Урындағы халыҡҡа иҫкәртмә ҡағыҙҙары таратылды. Шулай уҡ ҡотҡарыусылар урамдарҙы баҫҡан һыуҙы һурҙырып сыҡты. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Резеда Миңлемөхәмәтова Нижегородка биҫтәһендә өс тиҫтә йылдан ашыу йәшәй. Яҙғы ташҡында йыйылған һыу тулыһынса йәй етмәйенсә китмәй, ти ул. Йыл һайын ташҡын осорон хәүеф менән көтөп алған халыҡ, быйыл да «оло һыу»ға әҙерләнә. Резина кәмә, итектәр һәр саҡ әҙер тора.   

Нижегородка Ағиҙелдең бөгөлгән урынында урынлашҡан. Өс яҡтан йылға менән уратылғанға күрә яҙғы ташҡын ваҡытында биҫтәне һыу баҫа. Белгестәр билдәләүенсә, йылғаларҙа һыу  кимәле апрель башында күтәреләсәк. Шуға күрә ташҡын зонаһына ингән йорттарҙа йәшәүселәр менән  иҫкәртеү эштәре алып барыла.

Профилактик рейдтарҙан тыш, урамдарҙан һыуҙы һурҙырыу буйынса саралар күрелә. Ленин районының Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре үткән аҙнанан алып 5 мең кубометрҙан ашыу ҡар һыуын сығарған. Был эш бер көнгә лә туҡтатылмай, ти ҡотҡарыусылар.

Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, баш ҡалала 60 ваҡытлыса йәшәү урыны ойошторолған. Уларҙа 6 мең ярым кешене һыйҙырыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, Өфөлә ташҡынға ҡаршы көрәш буйынса 25 штаб булдырыла.

Әлфинә Килдейәрова