«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Шарджа ҡалаһында фествалдә ҡатнашасаҡ.
3-10 апрелгә тиклем «Мираҫ көндәре» тип аталған 18-cе фестиваль үтәсәк.
Фестивалдең географияһы ла киң. Унда тиҫтәнән ашыу ил вкилдәре ҡатнашасаҡ. «Мираҫ» ансамбле Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ. Ансамбль Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә башҡорт, рус бейеүҙәрен һәм музыкаль композициялар алып бара.
Халыҡ-ара күләмле сарала ансамбль солистары Юлай Ҡасимов һәм Зәлиә Ғиниәтуллна ла сығыш яһаясаҡ. СIOFF фестивалдәренең иң төп шарты – бөтә сығыштар ҙа тере музыка оҙатыуында башҡарылырға тейеш. Шуға ла ансамбль менән бергә оркестрҙа сәфәргә юллана.
Гүзәл Борханова