Рәсәй Президенты Владимир Путин мөһим ҡарар ҡабул итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Сода» компанияһының контроль пакетының 50 процентын һәм уға ҡушып тағы ла бер акцияһын Башҡортостанға тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Ошо иҫәптән акцияларҙың 38,3 проценты Башҡортостан «Сода» компанияһы ҡарамағына, тағы ла 11, 7 прооценты һәм бер акция Ышаныс идараһына тапшырыла. Шулай итеп республика предприятиены контролгә ала һәм уның үҫешенә идара итәсәк.

Бөгөн Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән үткән кәңәшмәлә Владимир Путин компанияның оҙайлы ваҡытҡа һөҙөмтәле эшләүен һәм конкуренцияға һәләтле тауар етештереүҙе тәьмин итеү мөһимлеген билдәләне. Эш хаҡы һәм кешеләр өсөн хеҙмәт урындарын һаҡлап ҡалыу мөһим.

Төп мәсьәләләрҙең береһе булып предприятие менән грамоталы идара итеү ҡала. Был йәһәттән ҡарар ҡабул ителде, республика тулы хоҡуғында предприятиеға идар итә ала, тигән дәүләт башлығы. Президент шулай уҡ Рәсәй һәм Башҡортостан Хөкүмәттәре араһында Башҡортостан Сода компанияһының конкрет эш планы һәм төп эш күрһәткестәре билдәләнгән махсус килешеү төҙөргә ҡушҡан. 

Гөлдәриә Йосопова