Күгәрсен районы Йомағужа һыуһаҡлағысында практик күнекмәләр үтте

Юғары әҙерлек. Гидроэлектростанция хеҙмәткәрҙәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре, һыу бассейны өсөн яуаплы муниципалитет хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан уҡыуҙар хаҡында киләһе яҙмала .

Күнегеүҙәр ике этапта уҙҙы. Ғәҙәттән тыш хәл осрағы сценарийҙары ҡаралды, мәғлүмәти ярҙам, төрлө структураларҙың берҙәм эшмәкәрлеген булдырыу, локаль мәғлүмәт еткереү селтәрҙәре, гидромеханик ҡорамалдар һәм резервтағы электр станцияһы  әҙерлеге тикшерелде.

Авария осрағында Йомағужа һыуһаҡлағысында етәксе составтың әҙерлек кимәле лә тикшерелде. Шулай уҡ халыҡҡа мәғлүмәт еткереү һәм  һыу баҫыу хәүефе булған урынынан эвакуациялағанда хеҙмәтләндереүселәрҙең ни эшләргә кәрәклеге лә өйрәнелде.  Бындай осраҡтар кинәт ҡар иреп, яуым-төшөм булғанда күҙәтелеүе ихтимал. Фараз буйынса һыу күтәрелеүҙең юғары нөктәһе апрель аҙағына тура килә, әммә бөтәһе лә һауа торошона бәйле ти, белгестәр.

Йомағужа һыу ҡоролмаһында яҙғы ташҡында  аварияһыҙ үткәреүгә бөтә хеҙмәттәр һәм ҡорамалдар юғары әҙерлек һыҙығында. Һыу баҫыу осрағына халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙер. Республика биләмәһендә 34 автоматлаштырылған постҡа тағы ла унау өҫтәлде.  

Кирилл Первов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары

Йомағужа һыуһаҡлағысы  асылғаны бирле бында халыҡ йәшәгән пункттарҙы һыу баҫыу кеүек ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәне. Бындай уҡыуҙар беҙгә, төрлө хеҙмәттәргә, ғәҙәттән тыш хәл осрағына бергә башҡарасаҡ эштәрҙе көйләү, халыҡты ваҡытында иҫкәртеү өсөн фәһемле.

Юрий Спиваков, 84-се янғындан ҡотҡарыу часының 11-се отряды етәксеһе

Әйткәндәй, һыуһаҡлағыстың эксплуатациялау мөҙҙәте лә бик ҙур, шуға ла яҡын киләсәктә бында капиталь ремонт үткәреләсәк, әлеге ваҡытта проект-тикшеренеү эштәре бара.

Гүзәл Борханова