Республиканың бөгөн 300-ҙән ашыу мәктәбе профилле лагерь форматында эшләй

 Уларҙа 21 меңгә яҡын уҡыусы ял итә. «Башҡортостан балалары каникулы» проекты сиктәрендә мәғариф учреждениелары экология-биология, художество-эстетика, техника, спорт кеүек тиҫтәләрсә төр йүнәлештә эшләй. Өфөнөң 1-се лицейы башланғыс класс уҡыусыларының ижади һәләтен арттырыуға йүнәтелгән беренсе яҙғы лагерын ойошторҙо. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Тиҙерәк, бейегерәк, етеҙерәк. Был һүҙҙәр спортта тиҫтәләрсә йыл инде девиз булып яңғырай. Ул  әле лә көнүҙәклеген юғалтмай үҫеп килеүсе быуынды алға әйҙәй. Өфөнөң 1-се лицейы яҙғы каникулы сиктәрендә ойошторолған лагерь ҙа ошо нигеҙҙә эшләй. Бөгөн балалар күңелле старттарҙа ҡатнашты.

Әлбиттә, лицей уҡыусылары спорт сараларында ғына түгел, сит телдәр өйрәнеүгә лә ваҡыт бүлә. Лагерҙа ла инглиз телен үҙләштереү буйынса махсус курстар ойошторолдо. Ул мәктәп программаһынан күпкә айырыла. Бында уҡыусылар үҙ-ара аралашырға, инглизсә йырларға ла өйрәнә.

Өфөнөң 1-се лицейы яҙғы лагерҙы беренсегә ойошторҙо. Педагогик коллектив уҡыусыларҙың аҙналыҡ каникулын «Оҫталар ҡаласығы» исеме аҫтында үткәрергә ҡарар иткән. Әлегә тик башланғыс кластар ғына һайлап алынған. Балаларға ике тапҡыр туҡланыу ҡаралған.

Республика мәғариф ойошмаһы майҙансыҡтарында тормошҡа ашырылған «Башҡортостан балалары каникулы» проектында 20 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Улар «Юнармеецтар», «Йәйләү», «Лидер», «Робоканикул» тип исемләнгән махсус мәктәп программалары буйынса шөғөлләнә. Бынан тыш, миҙгел әйләнәһенә эшләгән 8 лагерға бер аҙналыҡ заезға рөхсәт бирелгән.

Азат Ғәлиуллин