Бынан ары, тейешле белгескә яҙылыу өсөн элекке 1301 урынына, 122 һанын йыйырға кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Рәсәйҙә берҙәм номер тулы ҡеүәтенә эшләүсе берҙән-бер төбәк. Шылтыратҡас көтөү ваҡыты бер минуттан артмай, ҡыҫҡа номер тарифланмай.
Табипҡа яҙылыу, уны өйгә саҡыртыу, вакцинацияға яҙылыу өсөн иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 7-гә тиклем шылтыратырға мөмкин. Республикала йәшәүселәр шулай уҡ табипҡа поликлиникалар регистратураһы, инфокиоскылар, телефон һәм интернет аша ла яҙыла ала.
Гөлдәриә Йосопова