Башҡортостанда 95 меңдән ашыу кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да эшләткән

Район-ҡалаларҙа прививка яһатыу буйынса 134 стационар һәм 5 мобиль пункт булдырылыуы билдәле. Шул иҫтәптән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, эре сауҙа үҙәктәрендә лә ГАМ-КОВИД-ВАК препаратын ҡаҙатырға мөмкин. Аҡ халатлы белгестәр тәүгеләрҙән булып вакцинация үтә башлағайны. Кампанияға Республика клиник психотерапия үҙәге коллективы ла ҡушылды.

Табип-психотерапевт Илгиз Байков тәүлек әйләнәһенә пациенттар менән эшләргә әҙер. Нервы системаһы, психик ауырыуҙарҙы еңеү юлдарын яҡшы белә. Һуңғы арала белгес үҙ һаулығын да ҡайғырта башлаған. Коронавирусты еңел формала үткәрһә лә, башҡа карантинға китергә теләмәүен белдерҙе. Ҡотҡарыу сараһын тик вакцинацияла күрә.

Әлегә Илгиз Байковтың коронавирусҡа антиматдәләре юғары кимәлдә һаҡлана. Был анализды ул ай һайын тиерлек хеҙмәт урыны - Республика клиник психотерапия үҙәгендә тапшыра. Махсус ойошторолған лабораторияла аҡ халатлыларҙан тыш, пациенттар ҙа тикшереү үтә ала. Әйткәндәй, пандемия башланғандан алып дауалау учреждениеһында инфекция таралыуға юл ҡуймау буйынса етди саралар күрелә.

Ира Хәбибова өлкән шәфҡәт туташы, көн дә тиерлек ауырыуҙар менән тығыҙ бәйләнештә. Тәүгеләрҙән булып коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат алыуы - эшкә яуаплы ҡараш билдәһе.

Республика клиник психотерапия үҙәге белгестәре Өфөләге 52-се поликлиникала вакцинация үтә ала. Прививканы иртәнге сәғәт һигеҙҙәнкөндөҙгө дүрткә тиклем яһатырға мөмкин. Әлегәхеҙмәткәрҙәрҙең егерме проценты препараттың ике компонентын да ҡаҙатыуыбилдәле.

Поликлиникала тағы ла эргә-тирәләге ете дауалау учреждениеһы табиптары ҡабул ителә. Вакцинацияға өфөләр ҙә әүҙем ҡушылған. Йыл башынан ғына бында ике меңгә яҡын кеше сәләмәтлегенә ҡарата битараф булмауын күрһәткән.

Гөлназ Хәйбуллина