Өфөлә яҡташыбыҙ, йырсы Земфира Рамаҙановаға арналған графити эшләнде

Өфөлә йәшәүсе рәссам Олег Кайбышевтың сираттағы графити эше билдәле яҡташыбыҙ – йырсы Земфира Рамаҙановаға арналған. Ике аҙнанан эстрада йондоҙо тыуып үҫкән йорттоң стенаһын гитара һәм йырсының  портреты биҙәйәсәк. Олег Кайбышевтың һүрәттәре баш ҡалала йәшәүселәргә яҡшы таныш. Ул Сипайлово биҫтәһендә Юрий Гагарин портреты, Арт-квадрат майҙанындағы ижади картиналарҙың да авторы.

Земфира йәшәгән фатир тәҙрәләре янында гитара, ҡош һәм билдәле шәхестең портретын һүрәтләйем. Музыкаль инструмент йыһан төҫөндә буласаҡ. Минеңсә,  уның йырҙары тамашасыға рухи көс өҫтәп йыһан киңлектәренә күтәрә.

Олег Кайбышев, рәссам

Флорида Ким