Республиканың кино һәм телевидение тармағы ауыр юғалтыу кисерҙе

82-се йәшендә телевидение ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Памира Мансур ҡыҙы Абдулбанеева арабыҙҙан китте.

Памира Абдулбанеева 1939 йылда тыуған. Һуғыш ваҡытында Урта Азияла, биш йәшенән Өфөлә йәшәй. Памира Мансур ҡыҙы 30 йылдан ашыу ғүмерен телевидение өлкәһенә арнай - 1965 йылдан 1999 йылға тиклем ул  Башҡортостан  дәүләт телерадиокомпанияһының алыштырғыһыҙ тауыш режиссеры була. Эшен һәр ваҡыт намыҫ менән атҡарған белгес тиҫтәләрсә теле һәм кинофильмдар, тапшырыуҙар һәм программалар төшөрөүҙә ҡатнаша.

Бала сағында Памира Абдулбанеева буласаҡ донъя балеты йондоҙо Рудольф Нуриев менән бергә Өфө пионерҙар һарайының бейеү түңәрәгенә йөрөй, уның тәүге партнеры була. Дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре Памира Мансур ҡыҙын оло йөрәкле, матур күңелле  кеше булыуын билдәләй. Мәрхүмә менән хушлашыу иртәгә, 1 апрелдә Октябрь ревлюцияһы урамы, 7/1, 19-сы фатир адресы буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә үтә. 

Гөлдәриә Йосопова