Башҡортостанда граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү юғары баһа алды

Республикала Генераль штаб комиссияһы булды. Уның етәксеһе, Генштабтың мобилизация идаралығы башлығы урынбаҫары Дмитрий Касперович әйтеүенсә, хәрби хеҙмәткә саҡырыу төрлө критерийҙар буйынса баһаланған. Башҡортостан 97 ярым балл алған. Был - яҡшы күрһәткес. Республика хәрби хеҙмәткә алыу буйынса конкурста ил төбәктәре араһында беренсе урынға дәғүә итә.  Генераль штабтың мобилизация идаралығы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Касперович.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөндән  Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланды. Яҙғы саҡырылыш июль уртаһына тиклем бара.