Инорс биҫтәһендәге бассейн эшләйәсәк

Башҡортостан Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы был мәсьәләне күҙәтеүгә ала. Ошо көндәрҙә  бассейндың прокуратура тарафынан ябылыуы тураһында хәбәр таралды. Баш ҡала халҡы был ҡарар менән риза түгел, кешеләрҙән бихисап мөрәжәғәт килгән. Бассейнда күп балалы ғаиләләр, уҡыусылар, спортсылар шөғөлләнә. Спорт министрлығы былтыр асылған бассейн эшләргә тейеш, тип иҫәпләй. Әле комплексҡа килеүселәр ғәҙәти тәртиптә һыу инә.