“Сода” компанияһын яңыртыу өсөн 5 ярым миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтеү ҡарала

Был турала Башҡортостан Башлығы “Рәсәй-24” телеканалына биргән интервьюһында белдерҙе. “Бәхәс барған осорҙа беҙ предприятие етәкселеге менән бергә модернизациялау программаһын төҙөнөк, инвестициялар йәлеп итеү йүнәлешендә лә эшләнек”, - тине Радий Хәбиров. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров хәҙер “Сода” компанияһы тирә-яҡ мөхит таҙалығына иғтибарҙы арттырасаҡ тип белдерҙе. Ниндәй эштәр башҡарыу мөһим? Геолог Рәсих Хәмитов фекере.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Рәсих Хәмитов һәм иҡтисад белгесе Рәйес Тайбугин “Асыҡ студия” тапшырыуында ҡатнаша. Улар “Сода” компанияһының артабанғы яҙмышы тураһында фекер алыша. Тура эфир 18 сәғәт 15 минутта башлана.