“Тарихи хәтер” федераль проекты сиктәрендә республиканың 271 мәктәбендә беҙҙең төбәктән булған Рәсәй Геройҙарының портреттары урынлаштырылды. Бындай сара йәш быуында кесе ватан һәм Рәсәй тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға булышлыҡ итә ти ойоштороусылар. Акция уҡыусылар һәм студенттарға Бөтә рәсәй “Еңеү диктанты”на әҙерләнергә лә ярҙам итә.