Бөгөн Мәскәүҙә Республика Хөкүмәте һәм “Синара” компанияһы араһында килешеү төҙөлдө. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Андрей Иванов, Башҡортостан Хөкүмәте беренсе вице-премьеры – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм “Синара Өфө” компанияһы генераль директоры Евгений Васильев документҡа ҡул ҡуйҙы. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн капиталды яҡлау һәм дәртләндереү алымы ҡулланыла. Йәғни инвестор аҡса һала, ә дәүләт яғынан уға гарантия бирелә. Бындай яңы алым илдә тәүгеләрҙән булып беҙҙең республикала тормошҡа ашырыла. Проектҡа ярашлы, Өфөнөң көньяҡ өлөшө менән төньяғын тоташтырыу өсөн трамвай юлы һалына, яңы вагондар һатып алына.