Өфөлә трамвай селтәре яңыртыла

Ошо маҡсатта 27 миллиард ярым һумдан ашыу аҡса тотоноу ҡарала. Республика хөкүмәте инвестор менән тәүге килешеү төҙөнө. Проектҡа  ярашлы, трамвай юлдары ремонтлана һәм депо төҙөлә, шулай уҡ ҡаланың төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрен рельстар тоташтыра. Бынан тыш заманса туҡталыштар булдырыла, трамвайҙар яңыртыла.