Баш ҡалабыҙҙа йәшәгән Елена Киселеваның хаты “Инцидент-менеджмент” системаһына эләгә. Ҡатын юлдағы проблемаға зарлана.
“Өфөнөң Ибраһимов бульварындағы 21-се йорт янындағы соҡорға иғтибар итеүегеҙҙе үтенәм. Соҡорҡоҙоҡ эргәһендә! Водителдәр шунда эләгә, машина зыян күрә. Тиҙ арала ремонт эшләүегеҙҙе үтенәбеҙ”.
Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте етәкселеге 28 мартта “Инцидент-менеджмент” системаһына килгән ошо мөрәжәғәт буйынса тиҙ арала проблеманы хәл итеүгә өлгәшә. Коммуналь хеҙмәттәр 28 марттан 29-ына ҡарай төндә юлдағы соҡорҙо ямап ҡуя.
Хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, быйыл һәм киләһе йылда Ибраһимов бульварын ремонтлау ҡаралған. Проект автомобиль һәм йәйәүлеләр юлын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт менән ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин:
Фото: Өфөнөң Совет районы хакимиәте сайтынан алынды.