65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн изоляция тәртибе 14 апрелгә тиклем оҙайтылды

Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек тураһында Указға төҙәтмәләр индерҙе. Документҡа ярашлы, медицина хеҙмәткәрҙәре тәҡдиме буйынса халыҡҡа коронавирустан прививка алырға кәңәш ителә. Эш биреүселәргә медицина ойошмалары менән берлектә хеҙмәткәрҙәрен вакциналау мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим ителә.