“Алға” махсус иҡтисади биләмәһе резиденттары өсөн тейешле инфраструктура булдырыу мәсьәләһе ҡаралды

Онлайн кәңәшмәне беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов үткәрҙе. Ултырышта резиденттарҙы ваҡытында электр, һыу селтәрҙәренә тоташтырыу, объекттарға юл һалыу мөһимлеге иғтибарға алынды. Әле “Алға” махсус иҡтисади биләмәһенең өстән ике өлөшө ҡуртымға бирелгән. Ҡайһы бер резиденттар рөхсәт алып, төҙөлөш-монтаж эштәрен башлаған да инде.