Республика буйынса Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр юл-транспорт ваҡиғалары, аварияларҙа йәрәхәтләнеүселәр һәм үлеүселәр кәмегән. Һәр дүртенсе ваҡиға тиҙлекте арттырыу арҡаһында теркәлгән. Авариялар йышыраҡ булған урындарҙа фото һәм видеотеркәү камералары ҡуйыла. Статистиканан күренеүенсә, юлда бындай участкаларҙа авариялар кәмегән. Әйткәндәй, камералар ҡуйылған картаны интернетта ҡарарға мөмкин.