Уның ярҙамында республика ҡунаҡтары төбәктәге иҫтәлекле һәм тарихи урындарҙың бәләкәй варианты менән таныша, маршрутты алдан билдәләй ала. Әле уны Өфө алдына уранлыштырыу майҙансығы билдәләнә, тип белдерҙе Иҡтисадты үҫтереү һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Уның әйтеүенсә, республика туристарҙың иң яратҡан урыны булырға тейеш. Ошо маҡсатта бар хеҙмәттәр тупланған майҙансыҡ булдырыу планлаштырыла. Визит-үҙәктә турист ике төймәгә баҫып ҡына үҙенә оҡшаған турҙы һайлап, һатып алыу мөмкинлегенә эйә була.