Унда уҡыу йорттарында туған телдәрҙе өйрәнеү, милли мәктәптәрҙе үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Парламент вәкилдәре федераль законға этномәҙәни белем биреү ойошмаһы тураһында өҫтәмә индереү тәҡдиме менән сығыш яһаны. “Был алым милли мәғариф сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә”, - тип билдәләне парламент спикеры.