Башҡортостан «Сода» предприятиеһының етештереү ҡеүәттәрен заман талаптары буйынса камиллаштырыуға 5 миллиард ярым һум аҡса бүлә. Был өлкәгә инвестициялар ике тапҡырға арттырыла. Был турала Башҡортостан башлығы Стәрлетамаҡта Башҡортостан «Сода» компанияһы коллективы менән осрашыуҙа белдерҙе. Башҡортостан башлығының эш сәфәре артабан Ишембайҙа дауам итте. Төбәктә ул Торатау георпаркының визит үҙәген ҡараны һәм «ВитязЬ» предприятиеһында булды.
«Сода» предприятиеһы акцияларының контроль пакеты Башҡортостанға ҡайтарылды. Рәсәй Президентының тарихи ҡарары беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй тип билдәләне Башҡортостан башлығы коллектив менән осрашыуҙа. Радий Хәбиров «Сода» компанияһы алдындағы төп бурыстарға туҡталды. Улар тәү сиратта етештереү ҡеүәттәрен заман талаптары нигеҙендә камиллаштырыу менән бәйле. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм уның тирәһендә экология мәсьәләрен хәл итеү, яңы сеймал сығанағын эҙләү, эш урындарын һаҡлап ҡалыу, һөнәри оҫталыҡты арттырыу һәм эш хаҡын күтәреү, ҡаланың социаль программаларында ҡатнашыу ҙа мөһим.
Башҡортостан башлығы шулай уҡ предприятие тирәләй индустриаль технопарктар асыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Уларҙа урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре урындағы сеймал нигеҙендә тәрән эшкәртелгән продукттар етештереүҙе яйға һалырға тейеш.
Башҡортостан сода компанияһының ҡеүәттәрен камиллаштырыу өсөн республика аҡса бүлә. Был өлкәлә инвестициялар 2019 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға арттырыла. Иҫкергән ҡорамалдарҙы яңыларына алмаштырыу һәм яңыларын һатып алыуға 5 миллиард ярым һум тотоноу ҡаралған.
Ишембайҙа Башҡортостан башлығы «Торатау» геопаркының визит үҙәгендә туҡталды. Боронғо шихандың итәгендә уның төҙөлөшө дауам итә. Боронғо шихандар менән танышыуҙың башланғыс нөктәһендә ҡунаҡтарға бында кәрәкле мәғлүмәт еткереү, экскурсияларға яҙылыу мөмкинлеге булдырыла. Бынан тыш визит үҙәктә урындағы оҫталарҙың кәсептәрен үҫтереү, сувенир продукцияһын һатыуҙы ойоштороу ҡарала.
Былтырҙан бирле үҙәктә мәктәп уҡыусылары өсөн лекциялар үткәрелә. Бина бер юлы 30 кешегә иҫәпләнгән. Визит үҙәктә ҙур булмаған геология күргәҙмәһен асылған, тарихи-мәҙәни экспозиция булдырыу маҡсатында Башҡогртостандың милли музейы менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Башҡортостан башлығы «Торатау» геопаркы биләмәһендәге мөһим урындарҙа визит үҙәктәр селтәре асыу планы менән дә бүлеште.
Башҡортостан башлығы Ишембайҙағы «Витязь» машиналар эшләү компанияһында ла булды. Әле предприятие «Уралвагонзавод» концерны составында эшләп килә. Радий Хәбиров етештереү цехтарын ҡарап сыҡты, хеҙмәт алдынғыларына дәүләт бүләктәрен тапшырҙы.
Ишембайҙа йыйылған ҡеүәтле машиналарҙы хәрбиҙәр,ҡотҡарыусылар, етештереүселәр ҡуллана. Үтә алмаҫлыҡ ерҙән дә йөрөгән техниканы Рәсәйҙә башҡа бер ерҙә лә эшләмәйҙәр. Предприятие әүҙем үҫешә, Республика уға киләсәктә лә ярҙам итәсәк, тине Радий Хәбиров.
Рафиҡ Әхмәтшин