28-се йортта йәшәүселәрҙең фатирҙары түбәһенән һыу үтә. Зыян күреүселәр, урындағы идарасы компания заявкаларҙы иңҡар итә тип БЮТ каналының ижади төркөмөнә мөрәжәғәт итте. БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Түшәмдәге лампочканы һөйрәп сығарып түбәләге һыуҙы биҙрәгә ағыҙыу – мәшәҡәтле һәм хәүефле, әммә хужабикә өсөн был мәжбүри сара. Борисоглебский, урамы,28-се йорт адресы буйынса йәшәүсе Эльвира Акчева биш ҡатлы торлаҡтың түбәһенән аҡҡан һыуҙы ағыҙмаһаң өй түбәһе бөтөнләй емерелеп төшөр тип борсола.
Фатирҙы биш йыл элек көҙ һатып алған ғаилә яҙ еткәс тә был торлаҡҡа күсенеп килеүенә үкенгән. Йыл һайын түшәмдән һыу үтеп ыҙалатҡан. Дымлы һауанан обойҙар күгәреп боҙолған, бүлмә һайвн биҙрә ҡуйып уның тулғанын тикшереп торорға тура килә.
Зыян күреүсе ғаилә ярҙам һорап торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығына мөрәжәғәт иткән, әммә һөҙөмтәһеҙ. Йыл һайын яҙҙы улар биҙрә тотоп ҡаршылай. Түбәлә йыйылған һыу бишенсе ҡатта фатирға ғына түгел, дүртенсе ҡатҡа ла аш бүлмәһе стенаһы буйлап ағып төшә.
Идарасы компания вәкилдәре әйтеүенсә, иҫке йорт ҡыйығы шифер менән ябылған, шуға ла эшселәр уны ҡарҙан һаҡсыл таҙарта. Кире осраҡта туңған ҡар уны бөтөнләй эшлектән сығарыуы ихтимал.
Фатир хужаларының йыйылышын үткәреү өсөн торлаҡ буйынса яуаплы кешене һайлап, ғариза яҙырға кәрәк. Биш ҡатлы йортта йәшәүселәр ремонт менән бәйле маҡсатҡа дөйөм көс менән генә ирешә ала.
Флорида Ким