Былтырҙан Иглин районында ғына алты яңы берләшмә булдырылып, улар һаны 37-гә еткән. Урындағы хакимиәт ҡарамағында ресурс үҙәк эшләй, коммерцияға ҡарамаған ойошма асырға теләүселәргә методик һәм практик ярҙам күрһәтелә.
Район үҙәгендә сираттағы тапҡыр социаль проекттар төҙөү, дәүләт ярҙамы алыу буйынса семинар үтте. Осрашыуҙа төрлө өлкә белгестәре үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Гөлназ Хәйбуллина