Әбйәлил районында билдәле педагог, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Мөнирә Кирәеваның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына арналған китабы донъя күрҙе.
Йыйынтыҡта Әбйәлил районының Тал, Орсоҡ, Иҙәш Ҡусҡары ауылдарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тормошо хаҡында бай мәғлүмәттәр тупланған. Бында фронтовик яугирҙарҙың да, яу ҡырында ятып ҡалғандарҙың туғандарының да, тыл ҡаһармандарының да иҫтәлектәре тупланған. Автор материалдарҙы һәм хәтирәләрҙе йылдар дауамында бөртөкләп йыйған.
Тарихи документтар күберәк архивтарҙан, интернет селтәрендәге сайттарҙан алынған. Китапҡа шулай уҡ һуғыш ваҡытында Ҡусҡар ауылында асылған балалар йорто тәрбиәләнеүселәре тураһында ла мәғлүмәттәр ингән.
Мөнирә Кирәева Мәғариф министрлығының архивында булып 232 тәрбиәләнеүсенең 158-е хаҡында материалдар туплап ҡайтҡан. Яҡташтары әйтеүенсә, был китаптағы кешеләр яҙмышы аша тотош ил халҡы иңенә төшкән ауырлыҡтар күҙ алдына баҫа.
Китаптың авторы бар ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә арнаған күренекле тарих уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Мөнирә Кирәева. Уның исеме уҡыусыларға матбуғат баҫмалары аша ла яҡшы таныш. Мөнирә Хәкимйән ҡыҙының тыуған яҡ тарихына арналған материалдары республика, район гәзиттәрендә даими донъя күрә.
«Үҙәккәйем китә үңгәҙәп» китабын автор тәүҙә бәләкәй генә тираж менән баҫтырырға була. Әммә һораусылар күп булыу сәбәпле, күләмен арттырға тура килә. Әле Мөнирә Кирәева шәжәрәләргә арналған китабын әҙерләй. Материалдарҙы үҙ иҫәбемә тупларға һәм баҫтырып сығарырға тура килә, бөтәһе лә киләсәк хаҡына, ти автор.
Рәмзиә Кәримова